Етемдәргә фатир. Благовещен ҡалаһында йәшәүсе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Быйыл Благовещенда етем балаларҙы торлаҡлы итеү өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙнанан 26 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был суммаға 15 етем баланың фатир мәсьәләһе хәл ителде. Яңы төҙөлгән заманса йортта йәшәү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: ремонт эшләнгән, сантехника ҡуйылған, коммуникациялар үткәрелгән. Ольга Боброва яңы фатирҙы 6 йыл көткән.
Башҡортостанда йәмғеһе 4 мең ярымдан ашыу етем бала фатир асҡыстарын көтә. Уларҙың бер меңгә яҡыны йыл аҙағына тиклем өй туйлар тип күҙаллана. Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ил һәм республика бюджетынан миллиард ярым һум аҡса йүнәлтелгән. Был сумма былтырғы йыл менән сағыштырғанда яҡынса ике тапҡырға күберәк.
Әлфинә Килдейәрова







