Баймаҡ районында күркәм йолаға әйләнгән һәләтле балалар слеты уҙҙы. Унда төрлө олмпиада, ғилми-ғәмәли конференция еңеүселәре, ижади, техник, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңыш ҡаҙанған балалар йыйылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Талантлы һәм тырыш уҡыусылар бер сәхнәлә. Баймаҡ районының халыҡ ижады үҙәгендә «Йондоҙҙар парады» үтте. Йыл дауамында уңыш яулаған малай-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантанаһы сағыу тамашаға әйләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында 1-се Этҡол мәктәбе уҡыусылары ла бар. Уларҙың береһе - Нәргизә Йортбәкова. Ул ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған олатаһы тураһында мәҡәлә яҙып, «Ватаным» фәнни-эҙләнеү конференцияһында ҡатнашҡан. Район этабында уңышлы сығыш яһаған ҡыҙ республика кимәлендә лә һынатмаған, өсөнсө урынға лайыҡ булған.
Быйылғы уҡыу йылы һөҙөмтәһе буйынса «Йондоҙҙар парады» 300-гә яҡын уҡыусы һәм уларҙы һынауҙарға әҙерләгән 120 остазды йыйҙы. Баймаҡ районы данын республика, төбәк-ара һәм ил кимәлендә яҡлыусылар Рәхмәт ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде.
Йондоҙҙар парады – балаларға ҡанат ҡуйыусы проект, тигән фекерҙә ойоштороусылар. Спорт, фән, һынлы сәнғәт, вокал - һәләтте бәләкәйҙән үҫтереү мөһим. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова,




