Мәләүез районы Нөгөш мәктәбе уҡыусылары “Башҡортостан” милли паркында ағастарҙы бөжәктәрҙән ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан. Былтыр республикала был күбәләктәрҙән 10-дан ашыу район зыян күргән. Улар иҫәбендә Мәләүез дә бар. 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары ағастарҙы тикшергән, 2 килограмм самаһы ҡуҙы йыйып алынған. Белгестәр әйтеүенсә, һәр ҡуҙы 300-500 йомортҡанан тора. Уларҙан тиҙ арала ҡарышлауыҡтар сыға. Тап улар ағас япраҡтарын кимерә. Белгестәр урман һәм баҡсалағы ағастарҙы иғтибар менән тикшерергә кәңәш итә. Ебәк күбәләгенең ҡуҙылары олондоң аҫҡы өлөшөндә була. Уны йыйып алғандан һуң, яндырырға кәрәк.







