Саҡмағош ауылынан Мөзәйнә Әминеваға 100 йәш тулды

Шанлы быуаттың тере шаһиты. Ул уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында уҡытыусылар курсын тамамлай һәм ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Педагог, комсорг, ауыл халҡы өсөн хат һәм мөрәжәғәттәр яҙыусы ла була. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхоз идараһында ла эшләргә тура килде. Ил күргәнде күрҙек”, - ти Мөзәйнә Ғарип ҡыҙы.

Саҡмағош ауылынан Мөзәйнә Әминеваға 100 йәш тулды

Мөзйәнә Ғарип ҡыҙы 1948 йылда Саҡмағош егете Сәлихйән Әминевҡа кейәүгә сыға. Ата-әсәһе никахҡа ҡаршы булға. Фронтовик егет һөйгәнен урлап алып ҡайта. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 4 бала донъяға ауаз һала. Бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Мөзәйнә Ғарип ҡыҙы  бәхет хаҡын яҡшы белә. Тормошто яратыу, кеше рәнйетмәү, һынауҙарҙы лайыҡлы үтеү мөһим, ти ағинәй.

Саҡмағош ауылынан Мөзәйнә Әминеваға 100 йәш тулды

Мөзәйнә Әминева баҡсаһында гөлдәр үҫтерә. Йәшәү көсө, рух ныҡлығы, тормошҡа булған һөйөүе менән замандаштарыбыҙға үрнәк күрһәтә.

Фото №1 - Саҡмағош ауылынан Мөзәйнә Әминеваға 100 йәш тулды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ