Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙарына санкция баҫымын кәметеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн "Өфө диалогы" тигән платформа булдырырға тәҡдим ителә. Европа парламенты депутаты Тьерри Мариани шундай башланғыс менән сыҡты. Фекер алышыу майҙансығын Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров етәкләүе мөмкин. Уның әйтеүенсә, сифатлы эш өсөн бөтә шарттар бар, Башҡортостан бындай майҙансыҡты булдырырға әҙер. "Өфө диалогы" санкция эҙемтәләрен йомшартырға булышлыҡ итәсәк, тине Андрей Назаров.








