Өфөлә 1 май тәүге тапҡыр 119 йыл элек билдәләнгән. Халыҡ-ара хеҙмәтсәндәр көнөн социал-демократтар ойоштора. Ул саҡта 50-ләп кеше, башлыса тимер юл оҫтаханалары эшселәре Ағиҙел буйына йыйыла. Унда Икенсе Интернационал ҡарары менән булдырылған халыҡ-ара пролетарийҙар көнөнөң маҡсаты аңлатыла. Бындай саралар йәшерен уҙғарыла һәм иң ышаныслы кешеләр генә саҡырыла. 1905 йылда иһә йыйылыусылар ҡыҙыл байраҡтар менән Өфөгә инергә уйлай. Тик уларҙы полиция ҡыуып тарата, күбеһен ҡулға ала. 1917 йылда иһә тәүге тапҡыр 1 май ҡаршылыҡһыҙ билдәләнә. Унда демонстрацияға 50 мең кеше сыға.







