Проектта Мәсетле районы вәкилдәре лә әүҙемлек күрһәтә. Тыуған яғына ярҙам итеүселәр араһында Фәниә Тәхәүетдинованы айырым билдәләргә мөмкин. Ул Екатеринбургта йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенең Ишәле ауылына ҡайта. Тәүҙә эште иман йортон төҙөүҙән башлай.
Эшҡыуар ауылда икмәк бешереү цехын да аса. Унда биш эш урыны булдырылған. Фәниә Тәхәүетдинова бөтә эштәрҙе лә улдары менән бергә башҡара.
“Атайсал” программаһы буйынса Мәсетле районында күләмле 8 эш башҡарылған.







