Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә хәрби ҡәберлек урындарын тәртипкә килтерергә ҡушты

Республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса Оператив штабтың сираттағы ултырышында май байрамдарын, Еңеүҙең 77 йыллығын уҙғарыуға әҙерлек кимәле ҡаралды. Башҡортостанда үтәсәк "Үлемһеҙ полк" акцияһы ғына 450 меңдән ашыу кешене берләштерер тип көтөлә. Шуға күләмле сараларҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Еңеү көнөн уҙғарғанда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Дүрт меңгә яҡын Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, Өфө юридик институттың 350 тыңлаусыһы эшләйәсәк. Шулай уҡ йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәрен, шәхси һаҡ хеҙмәттәрен, ирекмәндәрҙе лә йәлеп итәбеҙ. Барлыҡ майҙансыҡтарҙа ла контроль-үткәреү пункттары ҡуйыла.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Оператив штаб ултырышында ҡулланыусылар баҙарындағы хәл дә ҡаралды. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле тауарҙарҙың тиҫтәләп төрө, шул иҫәптән төҙөлөш материалдарына ҡуйылған хаҡтар буйынса мониторинг дауам итә. Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар тотороҡланған, бер ай элек кеүек әүҙем үҫеш күҙәтелмәй.

Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең төбәк идаралығы ла халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмеүен билдәләй. Радий Хәбиров муниципалитеттарҙа баҡса участкаларындағы продукция менән сауҙа итеүгә уңайлы шарттар булдырырға ла ҡушты. Дөйөм алғанда, район-ҡалаларҙа баҡсасылар өсөн ете йөҙ яңы сауҙа урыны ойоштороу планлаштырыла.

Шулай уҡ ултырышта мәшғүллек өлкәһендәге хәл тураһында һүҙ барҙы. 25 апрелгә эшһеҙлек кимәле 1,1 процент тәшкил итә. Башҡортостан хеҙмәт баҙарын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан ике миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

Фото №1 - Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә хәрби ҡәберлек урындарын тәртипкә килтерергә ҡушты

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ