Башҡортостандан һөйөү менән...

Өфөнән Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам оҙатылды.

Хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль-хоҡуҡи яҡлау комитеты идараһы тарафынан ойошторолған акцияға Башҡортостан хәрби частәрендә хеҙмәт иткән һалдаттар тормошона битараф булмаған йәмәғәтселек ҡушылды. Ата-әсәләр, бағыусылар, студенттар көсө менән аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, дарыуҙар тупланды. Өфөнән Донбассҡа йөҙәрләп йәшник гуманитар ярҙам ебәрелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар өсөн йыйылған йәшниктәрҙә аҙыҡ-түлек, дарыуҙарҙан тыш, доға китаптары ла бар. Улар мосолмандар һәм христиандар өсөн айырып һалынған. Йәшниктәрҙәге әйберҙәрҙе яҡындарын Чечен республикаһындағы һәм Афғанстандағы хәрби конфликттарҙа яҡындарын юғалтыусылар туплаған.

Башҡортостан хәрби частәрендә хеҙмәт итеүселәргә юлланасаҡ гуманитар ярҙам алдағы аҙнала тәғәйен нөктәһенә барып етер тип көтөлә. Йөрәк йылыһын һалып тултырылған ылау уртаҡ көс менән йыйылған.

Быға тиклем дә Башҡортостандан Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ылау оҙатылды. Тап республика хәрби частәрендә теркәлгән егеттәр өсөн ҡаралған гуманитар ярҙам тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Ҡумталарға ябай әйберҙәр һалынһа ла, беҙҙең рухи ярҙам әһәмиәтле. Армия һәм халыҡ берҙәм һәм беҙ егеттәргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Һәр йәшникте шәхсән ҡараш менән тултырҙыҡ.

Владимир Симарчук, Башҡортостан хәрбиҙәрен һәм уларҙың ғаиләләрен социаль-хоҡуҡи яҡлау комитеты идараһы рәйесе

Хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең хоҡуҡтарын яҡлау комитеты тарафынан иғлан ителгән акция тағы ла ойошторолор тип көтөлә. Республика хәрби частәрендә хеҙмәт итеүселәргә хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләүселәр көндән-көн арта.

Фото №1 - Башҡортостандан һөйөү менән...

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ