Өфө лимонарийы биләмәһендә Мәктәп урмансылығының 4-се слеты уҙҙы. Сараға республиканың биш районы вәкилдәре килеп, аллея ултыртыуҙа һәм фәнни-эҙләнеү эшендә ҡатнашты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Өфө лимонарийы ҡыҙыл имәндәр менән тулыланды. Мәскәүҙән алып ҡайтылған үҫентеләрҙе Мәктәп урмансылығының 4-се слеты ҡатнашыусылары ултыртты. Ҡыҙыл имән өсөн беҙҙең климат ҡаты булһа ла, һуңғы йылдарҙа уның яңы төрө сығарылып, үҫтереү тәжрибәһе таратыла.
Ҡыҙыл имәндәрҙе ултыртыуҙа Әбйәлил районынан Арыҫлан Сафин да ҡатнашты. Ул «Хәтер баҡсаһы» акцияһы өсөн күпләп үҫентеләр үҫтереүсе булараҡ билдәле. Аллеяның тәүге ағасын ултыртыу хоҡуғы үҫмергә бирелде.
Быға тиклем мәктәп урмансылығы слеты онлайн форматта ғына үтә. Быйыл, ниһайәт, уҡыусыларҙы бергә йыйыу мөмкинлеге тыуа. Әбйәлил, Бөрйән, Бишбүләк, Благовещен, Белорет райондары вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән слет етди әҙерлек тә талап иткән.
Республиканың йәш урмансылары Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтә. Урындарҙа мәктәп урмансылығын булдырыу - тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә, тигән фекерҙә лимонарий етәкселеге.
Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт янғындарын иҫкәртеү ысулдары тураһында һөйләне. Слет аҙағында уҡыусылар сәскә, ағас үҫтереү темаһы буйынса фәнни-эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны.
Әлфинә Килдейәрова




