Иң ҡәҙерле байрам – Еңеү көнө яҡынлаша

Хәтер мәңгелек. Иң ҡәҙерле байрам – Еңеү көнө яҡынлаша. Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башкортостан» киностудияһы тамашасы хөкүменә һуғыш темаһына арналған фильмдарын тәҡдим итте. Баймаҡ тамашасыһының тәьҫораттары хаҡында киләһе сюжетта.

Руслан Юлтаевтың “Өс хат”, “Уҡыуҙан тыш дәрес”, Роман Пижадаевтың “Саптар” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмдарын “Һинең исемең – Еңеүсе!” акцияһы сиктәрендә Баймаҡ тамашасыһы “Ирәндек” кинотеатрында ҡараны.

Яу яланына оҙатҡан һөйгәнен – тыуасаҡ сабыйының атаһын һуғыштан иҫән һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән йәш ҡатындың кисерештәре... Яҡындарынан ҡош телендәй изге хат хәбәр көткән ауыл халҡы... Был фильм күҙҙәрҙән ирекһеҙҙән йәш тамыҙа.

Еңеү беҙгә ауыр юлдар, күп ҡорбандар аша килгәнен һәр кем белергә, бөгөнгө тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө өсөн яуҙа ҡатнашҡан атай-олатайҙарыбыҙҙы хөрмәт итергә, ҡәҙерләргә тейеш. “Саптар”һәм “Өс хат” фильмы ошо йәһәттән фәһемле һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына арналған был изге акция 21 апрелдән май аҙағынаса дауам итә. Халыҡ хәтере юйылмай, ул үлемһеҙ. Фильмдар йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Фото №1 - Иң ҡәҙерле байрам – Еңеү көнө яҡынлаша

Альбина Баййегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ