«Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә» тип исемләнгән сарала шағирҙың әҫәрҙәренә әҙәби-музыкаль композициялар яңғыраны. Тамашасы иғтибарына өр-яңы әҫәрҙәр ҙә тәҡдим ителде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тәүге нотанан уҡ танылған мәңгелек йыр. Мәңгелек, сөнки Рәми Ғарипов шиғырына яҙылған композиция күптәп инде халыҡ репертуарында береккән. Заманында ул беренсе тапҡыр Ғәли Хәмзин тарафынан башҡарыла. Бөгөн иһә «Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ» композицияһын йәш вокал оҫталары ла яратып башҡара. «Таңдағы йыр» кеүек.
Халыҡтың ысын һөйөүен яулаған Рәми Ғариповтың ижадына ҡыҙыҡһыныу көсәйгәндән-көсәйә. Шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыу сиктәрендә Өфөлә үткән тантаналы кисә быны тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Әҙәби-музыкаль композицияға ҡоролған тамашала Рәми Йәғәфәр улының ижадына байҡау яһалды.
Шағирҙың 90 йыллығы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына тап килеүе менән дә әһәмиәтле. Ошо йәһәттән, кисәлә билдәле рус шағирҙарының Рәми Ғарипов тәржемә иткән шиғырҙары ла яңғыраны. Ғөмүмән, Рәми Йәғәфәр улы үҙ ижадында тормош мәғәнәһен, халыҡтың тарихи яҙмышын, быуындарҙың рухи бәйләнешен, туған теле һәм мәҙәниәте хаҡында уйланыуҙарын һыйҙырған.
Сөнки, Рәми Ғарипов заманында яҙған яҡты киләсәк бөгөн тантана итә. Әйткәндәй, Рәми Ғариповтың юбилей йылына бәйле, саралар тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Алда тағы ла ҙур проекттар көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




