Радий Хәбиров Саха-Яҡут республикаһы Хөкүмәте рәйесе Андрей Тарасенко менән осрашты

Яҡтар иҡтисадта төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Радий Хәбиров Яҡут халҡын Рәсәй составында автономиялы республика ойошторолоуға йөҙ йыл тулыу уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам саралары 29 апрелдә үтә.

Три года назад мы отпраздновали 100-летие со дня образования Башкирской автономной Советской Социалистической Республики. Башкортостан стал первым регионом, получившим такой статус в российской истории. И сегодня мы продолжаем развивать наши лидерские качества в экономике. Башкортостан издавна славился своей нефтехимией. Сейчас мы делаем упор на развитие новых отраслей - создали первый в России мебельный кластер, строим современные технопарки, развиваем пять ТОСЭров, активно наполняем новыми резидентами Особую экономическую зону «Алга».

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Осрашыуҙа малсылыҡ һәм үҫемлекселекте үҫтереү, ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлектәре лә ҡаралды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан һәм Яҡут республикалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.

Беҙҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштары, индустрия һәм агросәнәғәттәге алдынғы тәжрибәләре ҡыҙыҡһындыра. Төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса иң яҡшы проекттарҙы үҙебеҙҙең республикала ҡулланырға әҙербеҙ. Беҙҙең төбәктәр араһында уртаҡлыҡтар күп, туғандаш халыҡтарбыҙ. Туҡланыу мәҙәниәтенән алып газ, нефть химияһына тиклем – беҙ һеҙҙең аҙымдар буйлап үҫешкә табан барабыҙ. Шуға күрә ике яҡлы хеҙмәттәшлек бик мөһим.

Андрей Тарасенко, Саха-Яҡут республикаһы хөкүмәте рәйесе
Фото №1 - Радий Хәбиров Саха-Яҡут республикаһы Хөкүмәте рәйесе Андрей Тарасенко менән осрашты

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ