Һәр өсөнсө төбәк иртә өлгөрөүсе бөртөклө культуралар сәсә. Республикала яуаплы кампания тәүгеләрҙән булып Бүздәк районында башланды. Бөгөнгә урындағы аграрийҙар майҙандарҙың 7 процентында эштәрҙе теүәлләнгән. Ужым баҫыуҙарының да яҡшы ҡышлауын иҫәпкә алып хужалыҡтар мул уңышҡа өмөт итә. Һабанда һайрашыусы Бүздәктәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
«Ҡыҙаш» хужалығының был баҫыуында былтыр көҙ «Марусенька» тип аталған культура сәселгән. Ужым арышы ҡоро килгән йылдарҙа ла яҡшы уңыш биреүе менән айырыла. Уҙған йыл ул гектарынан 20 центнер уңыш биргән. Бер үк ваҡытта «Марусенька» беҙҙең климат шарттарына ла яраҡлашҡан. Тикшереү һөҙөмтәләре, әлеге сорттың яҡшы ҡышлауын күрһәткән.
Ерҙең ҡоро булыуын иҫәпкә алып хужалыҡ былтыр ужым баҫыуҙарын 350 гектарға тиклем кәметкән. Уның ҡарауы, быйыл техник культураларҙың, шул иҫәптән шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының арттыуы күҙәтелә.
Хужалыҡтар иртә яҙҙан ужым культураларын минераль ашламалар менән туйындырыу менән бер рәттән, иртә өлгөрөүсе культуралар сәсергә тотонған. Әле «Хәбиров» крәҫтиән-фермер хужалығы арпа сәсеү менән мәшғлүл. Эште тиҙләтеү маҡсатында бер нисә йыл элек сәсеү агрегаты, быйыл ҡеүәтле трактор һәм тырма һатып алынған.
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ етен үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Юғары килемле культураны Бүздәк районының башҡа хужалыҡтары күпләп үҫтерә. Дөйөм алғанда, бөгөн төбәктә 3 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәре тамамланған. Был планға ҡарата 7 процент.
Быйыл райондың башҡа хужалыҡтары өсөн дә шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын арттырыу бурысы ҡуйылған. Татлы тамыр яҡынса 300 гектарға күберәк майҙанды биләйәсәк.
Илдар Байбулатов




