Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводы модернизациялауға әҙерләнә

Предприятие республикала шифер етештереүсе берҙән-бер ойошма. Заводтың яҙмышы республика хөкүмәтендә Инвестиция сәғәтендә лә ҡаралды.

Ҡасандыр ул биналарҙың ҡыйыҡтарын ябыу өсөн алыштырғыһыҙ материал ине. Хәҙер иһә яңылары төҙөлөш баҙарын яулап алды. Әммә шулай булһа ла, шифер үҙ тәғәйенләнешен юғалтмай. Стәрлетамаҡтағы заводта уны етештереү дауам итә. Цемент үҙебеҙҙеке, санкциялар йоғонтоһо юҡ.

Төрлө ҙурлыҡтағы шифер эшләйбеҙ. Бер аҙна тирәһе кибә, унан һуң ныҡлығы лабораторияла тикшерелгәндән һуң ғына ҡулланыусыға ебәрелә.

Роберт Владимиров, производство участкаһы етәксеһе

Киләсәктә завод төрлө төҫтәге фиброцемент сайдингы эшләп сығарырға иҫәп тота. Уның өсөн сит ил ҡорамалдарын һатып алыу талап ителә. Сығымдар яҡынса 100 миллион һум булыр, тип күҙаллана.

Заман менән беҙ ҙә алға барырға тырышабыҙ. Күреүегеҙсә, беҙҙең ойошма бинаһы тыштан фиброцемент сайдингы менән көпләнгән. Төҙөлөш материалын ҡулланыу ваҡыты яҡынса 50 йылға етә.

Рөстәм Зәйнуллин, предприятиеның баш инженеры

Завод Донбасҡа гуманитар ылау менән мең ярым квадрат метр шифер ебәргән. Тағы мең дана оҙатасаҡ.

Фото №1 - Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводы модернизациялауға әҙерләнә
Башбат

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ