«Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художество халыҡ коллективтары фестивале дауам итә

Сара сиктәрендә ижади коллективтар «Халыҡ» йәки «Өлгөлө» исемен раҫлай. Махсус комиссия Башҡортостандың 30 муниципаль берәмегендә булып, меңдән ашыу коллективтың оҫталығын баһалаған.

Сираттағы смотр Балтаста үтте. Унда хор, вокал, бейеү коллективтары, музыкаль уйын ҡоралдары оркестрҙары ҡатнашты. Районда 19 үҙешмәкәр төркөм эшләп килә, уларҙың икәүһе маҡтаулы исемгә дәғүә итә. Белгестәр Балтас коллективтары сығыштарының жанрҙар төрлөлөгөн юғары баһаланы.

Фото №1 - «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика үҙешмәкәр художество халыҡ коллективтары фестивале дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ