Рәсәй Президенты Фән һәм технология ун йыллығын иғлан итте. Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2022-2031 йылдарҙа фән һәм технология үҫешенә арналған саралар уҙғарыу, йәштәрҙе йәлеп итеүгә етди иғтибар биреү ҡарала. “Йәмғиәттең тотороҡло үҫеше, шулай уҡ иҡтисадты нығытыу өсөн фән өлкәһендә алға китеү кәрәк. Бөгөнгө шарттарҙа был үтә лә мөһим”, тигән фекерҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
Фән һәм технология ун йыллығының координация комитеты рәйестәштәре вазифаһына президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко һәм вице-премьер Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнгән.







