Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында күп фатирлы йорт алдары тәртипкә килтерелә. Биләмәләрҙә заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә, автомобиль ҡуйыу урындары арта, юл һәм тротуарҙар ремонтлана, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү урынлаштырыла. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһына республика бюджетынан 1 миллиард һум бүленгән, муниципалитеттар 60 миллион һум өҫтәй. Ҡалаларҙа 200 ихатаны тәртипкә килтереү ҡарала.







