Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды

Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!”  Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды

 “Тыныслыҡ өсөн. Хеҙмәт. Май!” һәм “Милләтселекһеҙ донъя өсөн”. Бөгөн Өфөлә шулай тип аталған митинг үтте. Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған автосәфәр 12 апрелдә Владивостокта башланды. “Профсоюз ойошмалары йыл һайын акциялар уҙғара. Быныһына Рәсәй Армияһына, ил президентына хуплау белдереү маҡсатында старт бирелде”, - ти Рәсәй агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова.

Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды
Фото №1 - Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!”  Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды

“Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәһәк тә, донъяға ҡарашыбыҙ, уртаҡ тарихыбыҙ беҙҙе берләштерә”, - ти Башҡортостан профсоюздар федерацияһы бүлек етәксеһе Риф Әлмөхәмәтов.

Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды

Автосәфәргә Башҡортостан профсоюздар федерацияһынан 5 машина ҡушылды. Колонна артабан Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юл тота. 1 майҙа Ҡыҙыл майҙанда профсоюз вәкилдәренең тантаналы парады үтә. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар 9 май – Бөйөк Еңеү көнөн Волгоградта ҡаршыларға ниәтләй. Улар Мамай Ҡурғанында булған сараларҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

Фото №2 - Өфөлә профсоюз активистары “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!”  Бөтә Рәсәй автосәфәре колоннаһына ҡушылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ