Был көн менән изге Рамаҙан айы тамамлана. 2 май Башҡортостандан тыш, Татарстан, Дағстан, Чечня һәм башҡа башлыса мосолмандар йәшәгән төбәктәрҙә байрам һәм ял көнө тип иғлан ителгән. Ураҙа ғәйете 3 көн дауам итә, төп саралар бөгөнгә билдәләнгән. Рәсәйҙәге барлыҡ мәсеттәрҙә байрам вәғәздәре тыңлана, диндарҙар доғалар уҡый, байрам табыны әҙерләй, туғандарына ҡунаҡҡа бара, фәҡир һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтә,мәрхүмдәргә зыярат ҡыла.







