Йылға, кәмә һәм усаҡ. Май байрамдарында тәбиғәт ҡосағына сығыусылар арта. Күптәр йылғанан ағып төшөргә әҙерләнә. Ҡотҡарыусылар туристик маршрутҡа юл тотҡандарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Искәндәр Нәсибуллин:
Оҙайлы ялдарҙа туристик фирмалар ҙа сәфәр ойоштора. Уларҙы һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк. Искәндәр Нәсибуллин дауам итә.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була. Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.







