Урман һаҡ аҫтында. Тәбиғәт янғыны сығыу хәүефе артыу менән урмансыларҙың да эше күбәйә. Башҡортостандың 8 урман янғыны станцияһы хеҙмәткәрҙәре патрулгә сығып, тирә-яҡты күҙәтә. Уларҙың эше менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
500 литрлыҡ һыу цистернаһы, биҙрә, электр бысҡы, ранец һәм көрәктәр. Урманды тикшерергә сыҡҡан һайын автомобилгә кәрәкле әйберҙәр туплана. Урман патруле ике хеҙмәткәрҙән тора. Улар һауа торошона ҡарап тикшереүгә сыға. Был юлы ямғырҙан һуң, ҡайһы бер урындарҙан үтеү ауырға төштө.
Ерҙән генә түгел, урмандар һауанан да күҙәтелә. «Өфө» урман янғыны станцияһы квадрокоптер менән дә йыһазландырылған. Ҡоролма ут яғыусыларҙы ғына түгел, бәләкәй генә усаҡтарҙы ла асыҡларға мөмкинлек бирә.
“Өфө” урман янғыны станцияһына өс район урман хужалыҡтары ҡарай. Былтыр урман патруле хеҙмәткәрҙәре Благовар районында сыҡҡан тәбиғәт янғынын һүндереүҙә ҡатнаша. Улар техник сараларҙы дөрөҫ урынлаштырып, утты ауыҙлыҡлай һәм артабан таратыуға юл ҡуймай.
Янғынды иҫкәртеү һәм һүндереү өсөн иң һөҙөмтәлеһе - минералләштерелгән һыҙаттар үткәреү. Яҙлы-көҙлө ҡаҙылған һыҙаттарҙың киңлеге бер метрҙан күберәк булырға тейеш.
Быйыл тәүге тәбиғәт янғындары Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында теркәлгән. Унда 40 гектарҙан ашыу ер зыян күргән. Тәбиғәт янғындарын иҫкәртеү маҡсатында халыҡ менән профилактик эш дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова







