Баймаҡ балалалары бәләкәйҙән урмансылыҡ серҙәрен үҙләштерә

Орлоҡтан урман. Баймаҡ балалалары бәләкәйҙән урмансылыҡ серҙәрен үҙләштерә. Ағастарҙы тәрбиләү һәм эшкәртеү юлдарын өйрәнә. Ҡаланың икенсе мәктәбендәге урмансылыҡ уҡыусыларҙа тәбиғәткә оло һөйөү тәрбиәләй. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының тәүге көнөндә мәктәп урмансылығы тәрбиәләнеүселәре белгестәр менән берлектә йылытмаға һәм тағы ла 20 сутый ергә ылыҫлы ағас орлоғо сәсте.

Тәжрибә участкаһы күҙәтеү журналының тәүге бите асылды. Ҡаланың икенсе мәктәбе янындағы урмансылыҡ тулы кимәлдә үҙ эшен башланы. Йәш тәбиғәт һаҡсыларын Баймаҡ урман хужалығы белгестәре шефлыҡҡа алды.

Һуңғы уҡыу йылында мәктәп менән урман хужалығы ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Уның тәүге һөҙөмтәһе лә бар. Уҙған көҙ мәктәп уҡыусылары урманды тергеҙеү маҡсатында бер көн эсендә 40 меңдән ашыу төп үҫенте ултырта. Ошо көндәрҙә уларға рәхмәт хаты тапшырылды.

Белем учреждениеһында мәктәп урмансылығы барлыҡҡа килеүе һәм уның профилле ойошма менән хеҙмәттәшлек итеүе бик отошло. Үҙ-ара бәйләнеш йәш быуында экологиябыҙға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, шулай уҡ мәктәп урмансылығы ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу өсөн тәжрибә майҙансығы булып тора.

Фото №1 - Баймаҡ балалалары бәләкәйҙән урмансылыҡ серҙәрен үҙләштерә

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ