Стәрлетамаҡ институтында «Йәш педагог» тип исемләнгән вакансиялар йәрминкәһе үтте

Сара йыл һайын ойошторола һәм студенттарҙың яҡынса 85 проценты үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Быйыл йәрминкәгә республика төбәктәренән 25 эш биреүсе килде.

Сарала Татарстан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненецк округтары менән тура бәйләнеш ойошторолдо. 160 сығарылыш курс студентына 440 вакансия тәҡдим ителде. Эш биреүселәр студенттар менән әңгәмә үткәрә, хеҙмәт шарттары аңлатыла.

«Беҙҙең өмөт йәштәрҙә», – ти мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре. Яңы технологиялар менән эшләү, заманса белем биреүҙә йәш кадрҙарға ышаныс белдерелә.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ институтында «Йәш педагог» тип исемләнгән вакансиялар йәрминкәһе үтте

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ