Өфөлә хәрби кинооператорҙарға арналған күргәҙмә асылды

“Илағыҙ, тик төшөрөгөҙ!..” Өфөнөң «Родина» кинотеатры фойеһында хәрби кинооператорҙарға арналған күргәҙмә асылды. Слайдтарҙың береһе тәүге башҡорт кинооператоры, башҡорт документаль киноһына нигеҙ һалыусы Ғилуан Әмировҡа арналған.

Ул Башҡортостан тормошо, 1941 йылда яҡташтарҙы фронтҡа оҙатыу тураһында ил киножурналдарына байтаҡ сюжеттар төшөрә. 1943 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы аҙағынаса Ғилуан Ғилметдин улы 2-се Украина фронтында хәрби кинооператор була. Ҡулына автомат һәм кинокамера алып һөжүм итеүсе частар менән алғы һыҙыҡҡа баҫа, Украина, Румыния, Венгрия, Болгария һәм Югославияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Ғилуан Әмировтың фронтта төшөрөлгән эпизодтары режиссер Роман Кармендың 20 сериялыҡ “Бөйөк Ватан” документаль киноэпопеяһына ла инә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуған яҡҡа ҡайтыу данлыҡлы кадрҙарын да тап ул төшөргән.

Күргәҙмә Мәҙәниәт министрлығы субсидияһына үткәрелде. Слайдтарҙың береһе 2020 йылда Красногорск ҡалаһында хәрби кинооператорға асылған һәйкәл тураһында һөйләй, монументаль скульптураның ҡуйылыуына республика башлығы Радий Хәбиров та ҙур өлөш индергән.

Әйткәндәй, экспозиция тәүге тапҡыр 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Рәсәй кинематографистар союзы башланғысы менән ойошторолғайны. “Беренсе Оскар” исемле Рәсәй фильмының киң прокатҡа сығыуы уңайынан күргәҙмә йәнә яңыртылды.

Фото №1 - Өфөлә хәрби кинооператорҙарға арналған күргәҙмә асылды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ