Ишембайҙа “Һылыуҡай-2022” гүзәллек бәйгеһенең район этабы үтте

Быйыл финалға ун ҡыҙ сыҡҡан. Ҡатнашыусылар башта үҙҙәре менән таныштырҙы, йыр-бейеүгә һәләтен, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәрендә дефиле күрһәтте. Еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнгән.

Гран-приға Әхмәр ауылынан Юлиә Хәкимғужина лайыҡ булған. Әйткәндәй, ул «Торатау» гәзите төркөмөндә ойошторолған тауыш биреүҙә лә беренсе урын яулаған.

Фото №1 - Ишембайҙа “Һылыуҡай-2022” гүзәллек бәйгеһенең район этабы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ