«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы июнь башында үҙ ишектәрен аса

Бөрйән районының Морат туғайында төҙөлгән музей-күсермәлә әле экспозицияларҙы, ҡоролмаларҙы урынлаштырыу бара. Бөгөн объекттың әҙерлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев танышты. Академик музей комплексының фәнде үҫтереүгә индергән өлөшөн дә юғары баһаланы. Эш сәфәренән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡулланылған буяуҙарҙың сығышын, составын асыҡлау ғына түгел, тарихи-мәҙәни комплекста боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау, өйрәнеү буйынса тулы шарттар ҡаралған. Археологик ҡаҙылмаларҙы эҙләү, мәмерйә эсен тикшереү өсөн заманса ҡоролмалар, табылған экспонаттарҙы ҡабул итеү, эшкәртеү, һаҡлау бүлмәләре. Ә иң мөһиме: ғилми эҙләнеүҙәр үткәреү өсөн һуңғы быуын лабораторияһы.

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы мәмерйәне «Юнеско»ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өсөн төҙөлә башлай. Сөнки төп талап булып тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау тора. Ә мәмерйәнең торошо кешенең тын алышынан да боҙола.

Музейҙа тарих менән заман берләшә. Бар үткәнебеҙ заман мөмкинлектәре ярҙамында тергеҙелеп күҙ алдына баҫа. Бында хатта тәүтормош кешеләренең тауышын ишетергә була.

Тарихи-мәҙәни комплекс тереклек хасил булыуҙың, тормош барлыҡҡа килеүҙең бар этаптарын үҙ эсенә ала. Бында уйланылмаған бер генә мөйөш тә юҡ, һәр сантиметр майҙанға тәрән мәғәнә һалынған. Мәҫәлән, Шүлгәнташта тәүтомош кешеләре төшөргән данлыҡлы һүрәттәрҙең күсермәһе. Тик был экспозиция аша һүрәттәрҙең тәү төҫөн, йылдар менән бергә ниснк үҙгәрә барыуын күрергә мөмкин.

Музей комплексы – «Урал батыр» эпосына мәңгелек һәйкәл. Ул аҡ менән ҡараның, изгелек менән яуызлыҡтың көрәшен күрһәтә. Бында һәр деталь тарихи әһәмиәткә эйә, стенаға эленгән төрлө төҫтәге һәм оҙонлоҡтағы орсоҡтар ҙа ябай биҙәү әйбере йәки эш ҡоралы ғына түгел, ә филогенетик шәжәрә. Йәғни орсоҡтарҙың һәр ҡайһыныһы бер тереклектең сағылышы, уларҙың йәшәү дәүерен күрһәтә.

Ғалимдар фекеренсә, музей комплексы Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау буйынса ғына түгел, фәнни күҙлектән дә оло әһәмиәткә эйә. Йәғни ата-бабалар аманатын киләсәккә тапшырыу тигән һүҙ.

Музейҙың ҡоролошо хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, әммә үҙ күҙең менән күреүгә етмәй. Объект июнь урталарында туристарҙы ҡабул итә башлай.

Фото №1 - «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы июнь башында үҙ ишектәрен аса

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ