Тимер юл вокзалында уларҙы төрлө министрлыҡ-ведомство вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҡаршы алды. Тыуған йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған граждандарҙы республика шифаханалары-профилакторийҙарында ваҡытлыса урынлаштырыу ҡаралған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Поезд туҡтау менән һәр вагон янына ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр йыйылды. Пассажирҙарҙы – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған өс йөҙҙән ашыу кешене ҡаршылап, уларҙы автобустарға тиклем оҙатыу, сумаҙандарын ташырға ярҙам итеү бурысы ҡуйылған. Тыуған яҡтарын ваҡытлыса ҡалдырырға мәжбүр булғандар тамам арыған. Оло юлдан бигерәк тынысһыҙ тормоштан.
Пассажирҙар араһында балалар һәм өлкәндәр күп. Ҡайһы берәүҙәр йорт хайуандарын да үҙҙәре менән алған. Эт, бесәйҙәр, гөбөргәйел, хатта, Кеша ҡушаматлы тутыйғош та бында бар.
Йорт хайуандары буйынса ветеринария хеҙмәте эшләй. Тейешле прививкалар яһаласаҡ. Күсенеп килгән граждандар ҙа социаль хеҙмәттәр ҡарауына алына. Улар өсөн Өфө районы һәм Стәрлетамаҡта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары булдырылған.
Күсенеп килеүселәр араһында яралылар ҙа булды. Шартлау, атыш һөҙөмтәләрендә йәрәхәтләнеп инвалид коляскаһына ултырырға, йә таяҡҡа таянып йөрөргә мәжбүр булғандар бар. Тимер юл вокзалында медицина десанты эшләне. Ауыр хәлдәгеләрҙе ашығыс ярҙам хеҙмәттәре ҡаршы алды.
Мәжбүри күсенеүселәргә бушлай медицина, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Шулай уҡ балаларҙы мәғариф учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостанға Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Украина төбәктәренән тағы ла ике меңгә яҡын кеше килергә тейеш. Ошо маҡсатта район-ҡалаларҙа ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторолған. Тыуған яҡтарын, өйҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булған граждандарҙы йылы ҡабул итеү – республика, ил кимәлендәге төп бурыстарҙың береһе.
Гөлназ Хәйбуллина




