Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзы башланғысында бер төркөм хеҙмәттәштәр Ҡырмыҫҡалы районының хәрби дан урындары буйлап автоуҙыш ойошторҙо. Патриотик акцияла БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова дауам итә.
Өфөләге «Матбуғат йорто»нан Ҡырмыҫҡалы районы биләмәләренә тиклемге ара әллә ни алыҫ түгел. Әммә бөтә ил буйлап үткән патриотик сарала ҡатнашыу журналистар сәфәрен бермә-бер мәртәбәле итте.
Ҡырмыҫҡалы ерендә осрашыуҙар район үҙәгенең Еңеү паркында Совет һалдаты һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Автоуҙыш ойоштороусылары фекеренсә, Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңайынан ойошторолған сараның маҡсаты ла – быуындар бәйләнешен нығытыу, йәштәргә ата-бабалар ҡаһарманлығы тураһында хәҡиҡәтте еткереү.
Легендар комдив, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов тыуып үҫкән ерҙә батыр исемен ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Шайморатов исемендәге мәктәп музейында арҙаҡлы шәхескә ҡағылышлы бай мәғлүмәт тупланған. Генералдың ҡатынына яҙған хаты, уның ҡәберенән, алыҫ Луганск еренән алып ҡайтылған бер ус ҡара тупраҡ иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙан һанала.
Шайморатов ауылына килгән кеше ауыл мәҙәниәт йортондағы Шайморатов исемендәге күргәҙмәләр залын да күрмәй китмәй. Заманса йыһазландырылған залда экспонаттарҙы 3д форматта күрһәтеү мөмкинлеге тыуҙырылған. Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһы шулай килер быуындарға тапшырыла.
Автоуҙыш Шайморатов ауылының «Хәрби дан» паркында геройҙың мөһабәт һөйкәле янында тамамланды. Оло байрамдар һәм ябай эш көндәрендә лә изге урында тере сәскәләр өҙөлмәй.
Автоуҙыш барышында республика журналистары легендар комдив Шайморатовтың тыуған ерендә уның исеменә бәйле иң билдәле урындарҙы ғына урап үтте. Әммә герой тарихы менән ҡыҙыҡһыныуҙы Ҡырмыҫҡалы еренең һәр мөйөшөндә дауам итергә мөмкин булыр ине. Сөнки хәтер мәңгелек һәм бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған.
Гөлдәриә Йосопова




