Ағиҙел яры һәм һыу һаҡлау зонаһында тимер таяҡтар

Иглин районы Шипов ауылы һәм «Ромашка» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр, беҙ тиҙҙән һыу инә, ҡояшта ҡыҙына торған урынһыҙ ҡаласаҡбыҙ, тип хафалана. 300-ҙән ашыу халыҡтың ял урынына хоҡуҡтарын яҡлау йыйылышынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Балыҡсы Виталий Волковтың борсолоуы юҡҡа түгел. Сөнки тотош бер-нисә ауыл халҡының ял итеү урынында 6 участок шәхси ҡулдарҙа. Үткән аҙнала ошо яр буйлап тимер таяҡтар урынлаштырып сыҡҡандар. Быға ерле халыҡ борсолоу белдерә.

Был – беҙҙең балалар менән бергәләп ял итә торған берҙән-бер урын. Яҙлы-көҙлө был ярҙы беҙ бөтә ауыл менән бергәләшеп өмә ойоштороп сүп-сарҙан таҙартабыҙ. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлар урынһыҙ ҡалырға тейешме ни?

Ольга Ипатова, Шипов ауылында йәшәүсе

Шипов ауылының Бельская урамы 37-се йорт адресы буйынса ер майҙандары өсөн көрәш ике тиҫтә йыл дауам итә. 2004 йылда алты участок арендаға ҡануниәтте боҙоп тапшырылған, тигән фекерҙә активистар.

2007 йылда Шипов ауылында йәшәүселәр район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына ялыу яҙа. Прокурор тикшереүе элеке ауыл хакимиәте башлығы Мөхәмәтйәновтың ерҙәрҙе арендаға бирергә хоҡуғы булмауын билдәләй. Мәсьәлә буйынса Аҡбирҙе ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.

2008 йылдың 22 апреленән Иглин район суды ҡарары ер арендалары ғәмәлдән сыҡҡан тигән ҡарар сығара. Әммә бының менән килешмәүселәр ерҙе һатып аҡса эшләү маҡсатында ҡуртымға хоҡуғы булмаған килеш ҡабаттан судҡа бирә. Йәнәһе лә, унда төҙөлөп бөтмәгән обьекттар бар.

Был обьекттарға ҡарата 2008 йылдан Юғары Суд ҡарары лә үтәлмәгән, ерҙәр 2009 йылда иһә Иглин район-ара суд ҡарары менән арендаторҙарҙан шәхси ҡулдарға Жаворонковаға һәм Гәрәеваға күсә. Тап ошо йылдарҙа сығарылған суд ҡарарҙарының ҡанунға тап килеү-килмәүен дә ныҡлап тикшерәһе бар, ти күпселек халыҡ фекере.

Быйыл ғинуарҙа бында ер биләмәләре һатыла, тигән иғлан күреп ҡалып, тикшереү үткәрә башланыҡ. Баҡтиһәң, 2020 йылдан алып ер участоктары һатыла башлаған, улар суд ҡарары юҡҡа сығыуын ғына көтөп торғандар. Үткән йәкшәмбе килеп межа сиктәренә таяҡ ҡаҙағандар. Был кешеләр беҙҙе ярһыҙ һәм йылғаһыҙ ҡалдырырға ниәтләй.

Татьяна Лощь, юрист

Шипов ауылында йәшәүсе халыҡтың дөйөм ҡулланылышта булған ере шәхси ҡулдарға күсерелеүенә һәм һыу һаҡлау зонаһына эләгеүенә ҡарата Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү төбәк идаралығы аңлатмаһы:

Рәсәй һыу кодексына ярашлы, урындағы идара властары, һыу обьекттарына шәхси ҡулдар вәкәләтлектәренән тыш, дөйөм ҡулланылышта булған һыу обьекттарына, яр һыҙаттарына граждандарҙың иркен үтеп йөрөүен тәьмин итергә һәм һыу обьекттарын ҡулланыу буйынса сикләүҙәр хаҡында иҫкәртергә тейеш.

Башбат

Йылға ярынан 200 метрҙа һыу һаҡлау зонаһы урынлашҡан, ә ярҙан 20 метрҙа кеше үтеп йөрөү өсөн юл асыҡ булырға тейеш. Шипов ауылында һәм «Ромашка» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр ошо ярҙың шәхси ҡулдарға күсеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Мәсьәләне хәл итеүҙе үтенеп граждандар республика Башлығы Радий Хәбировҡа, прокуратураға, тәбиғәттән файҙаланныу һәм экология министрлығына хат аша мөрәжәғәт итергә йыйына.

Фото №1 - Ағиҙел яры һәм һыу һаҡлау зонаһында тимер таяҡтар

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ