Ярышта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡурсалауға алған ғаиләләр ҡатнашты. “Һәр ғаилә тарихы тетрәндергес”, - ти Баймаҡ район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Заһит Ғүмәров.
Конкурста Йәнйегет ауылынан Ҡарабаевтар ғаиләһе еңеү яуланы. Унда 14 бала тәрбиәләнә. “Ата-әсәйебеҙ беҙҙе ярата һәм ҡурсалай, ысын кеше булырға өйрәтә”, - ти Рәзилә Ҡарабаева.
Ҡарабаевтар опекун һәм тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында үткәрелгән республика ярышында ҡатнашасаҡ.







