Тыуған яҡты хәстәрләп. Республикала тормошҡа ашырылған “Атайсал” проекты порталында 2 мең 700 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙан 8 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Проекттар һаны буйынса иң алдынғы биш төбәк билдәләнгән. Улар: Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары. Ҡалалар араһында әүҙемдәр исемлегендә Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел. “Атайсал” ярҙамында республикала йөҙҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән, шишмәләр таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән. Ауыл китапханаларына бик күп китап тапшырылған. Меценаттар 570 миллиион һумдан ашыу аҡса бүлгән. “Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө”, - ти Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова. Ул Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында “Фәйез ҡойоһо” шишмәһен төҙөкләндерергә ярҙам иткән.
Иртәгә Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө” форумы үтә. Унда 1 меңдән ашыу яҡташыбыҙ саҡырылған. Йыйында секциялар эшләй, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторола. Проектта әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙе бүләкләү ҡарала.







