Ун янғын һүндереү техникаһы райондарға оҙатылды

Бөгөн Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереү частарына һәм ирекле янғынға ҡаршы көрәш командаларына махсус техника асҡыстары тапшырҙы. Йәмғеһе Башҡортостан йыл башынан 60 миллион һумға 27 янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһы һатып алды.

Тимәк, ут эсендә ҡалған тәбиғәт байлығы, мөлкәт, кеше ғүмерҙәре лә ике тапҡырға күберәк һаҡлап алып ҡалынасаҡ. Был ябай ғына цистернаға үтә лә яуаплы эш йөкмәтелә. Ирекле янғын һүндереү дружиналары өсөн тағылмалы һыу һыйымы алыштырғыһыҙ ҡорал. Уның ярҙамында профессиональ ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе утты ауыҙлыҡлап тоталар.

Республика ирекле янғын һүндереү отрядтарына ҙур өмөттәр бағлай. Былтыр дөрләгән урман янғындары менән көрәштә тап улар ҙур ярҙам күрһәтте. Әммә профессиональ ҡотҡарыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Уларға инде тағы ла ҙурыраҡ биләмәләрҙә янғын хәүефһеҙлеге тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Яңы һатып алынған махсус техника ҡатмарлы, йыраҡ урынлашҡан ауылдарға ярҙамға килеү өсөн ҡулайлаштырылған.

Яңы техника республиканың янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәре үҫеше стратегияһына ярашлы һатып алына. Программа сиктәрендә 2018 йылдан алып ҡына 180 тағылмалы ут һүндереү ҡорамалы һатып алынған. Техника паркын яңыртыу сәйәсәте артабан да дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров.

Быйыл һатып алынған 27 берәмек техниканың ҡалғаны көнъяҡ райондарға оҙатыла. Тап Урал аръяғындағы ҡоролоҡ шарттарында ут сығыу хәүефе даими һаҡлана. Янғын һағы ойоштороу көнө алдынан парктың яңырыуы ҡотҡарыусылар өсөн ҙур бүләк.

Фото №1 - Ун янғын һүндереү техникаһы райондарға оҙатылды

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ