Кушнаренко районындағы ҡарттар һәм инвалидтар йортонда Приморье крайы делегацияһы – хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт, финанс министрлыҡтары етәкселеге булды. Башҡортостандың башҡарма власть органдары вәкилдәре уларҙы дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырылған проект менән таныштырҙы.
Инвестор үҙ иҫәбенә капиталь ремонт яһап, оло йәштәгеләргә ҡырҡ урынлыҡ уңайлы йәшәү шарттары булдырған. Концессияның төп шартына ярашлы, пансионаттың медицина лицензияһы ла бар. Экскурсия барышында ҡунаҡтарға пациенттарҙың бүлмәләрен, процедура һәм массаж кабинеттарын, китапхананы, тамаша залын күрһәттеләр.
Гөлназ Хәйбуллина







