Благовещенда уҡыусылар ветеран олатайҙарының исемдәрен байраҡ итеп күтәрә

Еңеүселәр байрағы. Благовещен районы мәктәптәрендә үҙенсәлекле акция. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының исемдәрен балалар байраҡ итеп күтәрә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Теген машинаһы сираттағы яугир исемен Еңеү байрағына беркетә. Район мәктәптәре килтергән өлөштәр бергә тупланғас ҙур әләм килеп сығырға тейеш.

Благовещен ҡалаһының өсөнсө төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс синыфтарында уҡыусы Риана Баймөхәмәтова байраҡҡа атаһының олатаһы Аҫылбай Насировтың исемен яҙған.

Акция шарты буйынса, А4 форматындағы ҡыҙыл төҫтәге туҡымаға һәр бала үҙ батырының исемен яҙырға тейеш. Уның яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу, еңеү тарихын өйрәнеү талабы ла бар. Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер генә ғаиләнең дә булмауын иҫәпкә алғанда, балалар шанлы үткәндәрҙе үҙ яҡындары аша ғына өйрәнеп ҡалмай, исемдәрен еңеү байрағына яҙа.

Башланғыста Благовещен ҡалаһының бер мәктәбендә генә башланып киткән акцияға, әле райондың барлыҡ белем усаҡтары, балалар баҡсалары ҡушылған. Байраҡҡа 2 меңгә яҡын батырҙың исеме яҙылған. Оҙонлоғо 72 метрға һуҙылған.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының исеме яҙылған байраҡ менән Благовещен халҡы 9 майҙа ҡала урамдары буйлап үтергә иҫәп тота. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән шанлы тарих яҙыусыларҙың исемдәрен Еңеү әләмендә мәңгеләштереү ифрат та мөһим, ти акцияны ойоштороусылар.

Фото №1 - Благовещенда уҡыусылар ветеран олатайҙарының исемдәрен байраҡ итеп күтәрә

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ