Дөйөм төрки әҙәбиәт әҫәрҙәре башҡорт телендә

Өфөлә «Башҡорт яҙма әҙәбиәте» тип исемләнгән антологияның беренсе томы йәмәғәтселеккә тәҡдим ителде. Быға тиклем ғәрәп яҙмаһындағы текстарҙың күбеһенең хәҙерге графикаға күсерелмәүе уларҙы өйрәнеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине.

Текстарҙы тәржемә итеү һәм әсбапты туплау менән филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев һәм филология фәндәре кандидаты, доцент Зәкиә Мырҙағолова шөғөлләнгән. Әсбапта V-XV быуаттарға ҡараған Йәнәсәй яҙмаларынан алып, суфыйсылыҡ осорона ҡараған ҡомартҡылар тупланған.

Әҙәби ҡомартҡылар өс күләмдә – тулыһынса, ҡыҫҡартылған һәм өлгөләр рәүешендә бирелгән. Антологияның икенсе томы яҡынса бер айҙан донъя күрәсәк.

Фото №1 - Дөйөм төрки әҙәбиәт әҫәрҙәре башҡорт телендә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ