Яҡташтарыбыҙ «Себер ҡылдары» тип исемләнгән V Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивален асыуҙа ҡатнашты. Быйылғы мәҙәни форум Новосибирск филармонияһының һәм Рус академия халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 95 йыллыҡ юбилейына арнала. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был сығышты Башҡортостан музыканттарының себер ҡылдарын сиртеүе, тип әйтергә мөмкин. Ә ни бары оҫталыҡ дәресе генә. Шуға ҡарамаҫтан, Новосибирск өлкә мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттарын ул битараф ҡалдырманы. Бығаса ишетеп кенә белгән ҡурай, ҡыл ҡубыҙ, думбыра кеүек уйын ҡоралдары менән улар бөгөн яҡындан танышты.
Ул ғына түгел, ижади коллектив ағзалары башҡорт музыка сәнғәте тарихына ҡыҫҡаса байҡау ҙа яһаны. Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров мәҫәлән, ҡурайҙа уйнау оҫталығы менән бергә, себер халыҡтары араһында киң таралған, әммә тик башҡорттарҙа ғына тынлы уйын ҡоралында уйналған өзләү сәнғәте менән таныштырҙы.
Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Новосибирск ҡалаһында «Себер ҡылдары» V Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивалендә ҡатнаша. Быйылғы мәҙәни форум Новосибирск филармонияһының һәм Рус академия халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 95 йыллыҡ юбилейына арнала.
Илдең боронғо ижади коллективын Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Гусев үҙе лә дүрт тиҫтә йылдан ашыу етәкләй. Юбилей менән тәбрикләргә Башҡортостан, Бүрәт республикаһы, Екатеринбург ҡалаһы, Алтай, Барнаул һәм Красноярск музыканттары махсус саҡырылған. Тамашасы бигерәк тә Башҡортостан вәкилдәренең сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Ғөмүмән, Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры сығышынан себер халҡы ҡәнәғәт ҡалды. Фестивалдең исеме үк әйтелгәнсә, тамашасының күңел ҡылдарын сирттереп, бер урында ултырырға ирек бирмәне. Ҡат-ҡат бисҡа саҡырып уйнатты ла, бейетте лә.
Азат Ғәлиуллин




