Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙғарылған сарала район таланттарынан тыш Шишмә, Әлшәй, Бүздәк райондары үҙешмәкәр сәнғәт колективтары ла ҡатнашты.
Байрамда бауырһаҡ әҙерләү оҫталығында 8 команда көс һынышты. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең визит карточкаһын тәҡдим итте, бауырһаҡ һәм сәк-әсәк әҙерләүгә бәйле фольклор тамашаһы менән сығыш яһаны һәм үҙҙәренең аш-һыу күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Ошонда уҡ ҡул эштәре оҫталары фестивале лә ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, «Бауырһаҡ байрамы» Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» конкурсын яңы йола менән байытты.
Гөлдәриә Йосопова




