Бөгөн «Торатау» конгресс холында Рәсәй фәндәр академияһының төбәк сәйәсәте буйынса Советы ултырышында был хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылды. Совет ултырышы өсөн Өфөнө һайлау осраҡлы түгел. Башҡортостан фәнни үҫеш юлында. Республикала Евразия фәнни- мәғариф үҙәге төҙөләсәк.
Студенттар кампусы барлыҡҡа киләсәк. Башҡорт дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты «Өҫтөнлөк- 2030» федераль конкурсында еңеп сыҡты. Заман талаптарына яуап биргән математика лицей- интернатын төҙөү күҙаллана. Иҡтисади санкцияларға фәнни ҡорал әҙерләү йәһәтенән былар бөтәһе лә кәрәкле һәм үҙ ваҡытында күрелә.
Рәсәй президенты тарафынан илдә фән һәм технологиялар ун йыллығы иғлан ителеүе лә урынлы тиелде, йыйылышта. Ике яҡлы килешеү нигеҙендә төбәккә үҙәктән ярҙам буласаҡ.
«Был килешеү Рәсәй фәндәр академияһы өсөн бик мөһим. Сөнки һеҙҙең төбәктә һуңғы ике- өс йылда фәнни- технологиялар йәһәтендә үҫеш күҙәтелә, ә бергә эшләгәндә ул тағы ла алға барасаҡ», тине Александр Сергеев.
Рәмилә Исмәғилева




