Шишмә районы Енғалыш ауылында ут күршеләр араһында ер межалары өсөн бәхәс бер-нисә йыл дауам итә

Ер өсөн низағ. Шишмә районы Енғалыш ауылында ут күршеләр араһында ер межалары өсөн бәхәс бер-нисә йыл дауам итә. Суд юлында ғәҙеллек эҙләүсе яҡтар менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Ут күршеләр ике сутый ер өсөн дошманлашып, ике лагерға айырылған. Улар ер биләмәһен бер-нисә йыл дауамында бүлешә алмай. Һәр кем үҙен хаҡлы һәм дөрөҫ тип һанай. Был рәсми документтарҙа 2000 йылдан күршемдең ер планы, ти, Владислав Вәлиуллин.

Кадастр инженеры үткәргән экспертизанан һуң ер майҙанының конфигурацияһы ла үҙгәргән. Ғәҙеллек эҙләүсе ут күршеләргә суд экспертиза тәғәйенләгән. Мәсьәләне өйрәнгән белгес ер межаларын билдәләгән. Әммә суд ҡарары Вәлиуллиндар файҙаһына булмай.

Судта күршеләренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы юрист ер сиктәрен күсереүҙә ҡаршы яҡты ғәйепләргә мөмкин, тигән фекерҙә.

Ер өсөн тартыш дәүерендә күршенең кәртәһе күсерелеүе хаҡында фото дәлил дә тупланған. Суд ҡарары кадастр хатаһын төҙәтергә ярҙам иткән дә инде.

Экспертизала хаталар ебәрелгән , был хаҡта минең ҡулымдағы 2000 йылдан сиктәр һәм майҙандар күрһәтелгән документ аша белергә була , ти Владислав Вәлиуллин. Тап бына шундай хаталар 90-сы йылдар башында ерҙәрҙе күпләп ашығыс рәүештә иҫәпкә алғанда ебәрелеүе ихтимал, тип билдәләй ер белгестәре.

Реестрҙағы хаталарҙы кадастр инхенеры тарафынан төҙөлгән межа кадастр планына ярашлы, күрше йәки ер хужалары менән ер сиге тураһында килешеү мөмкинлеге булмағанда суд ҡарары үҙ көсөнә инеүгә нигеҙләнеп төҙәтергә мөмкин.

Наталья Шаһиева, «РОСРЕЕСТР»-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Судтар ҙа ер бәхәстәре хаҡында эштәр менән тулған. Хатта, ҡайһы бер осраҡтарҙа 10 сантиметр ер бүләмәһе өсөн дә бер-береһенә ҡарата дошманлыҡ сигенә етеүселәр ҙә бихисап.

Фото №1 - Шишмә районы Енғалыш ауылында ут күршеләр араһында ер межалары өсөн бәхәс бер-нисә йыл дауам итә

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ