Башҡорт дәүләт университетының «Осҡон» театр студияһы һәм Салауат ҡалаһының «Арлекин» өлгөлө балалар студияһы «Театраль Волга буйы» фестивале еңеүсеһе. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Ижевск ҡалаһында уҙҙы.
«Театраль Волга буйы» фестивале Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың тәҡдиме менән 2019 йылдан ойошторолоп килә. Ул йәш быуынды театр сәнғәтенә ылыҡтырыуҙы, мәҙәнә ҡиммәттәребеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Удмурт республикаһының Ижевск ҡалаһында ойошторолған мәҙәни сарала округтың 14 төбәге лә ҡатнаша. Фестиваль быйыл да 400-гә яҡын театр коллективын, 6 меңләп кешене бергә йыйҙы. Йәш һәүәҫкәрҙәр араһында иң яҡшы спектакль, режиссер, актерҙар, афиша оҫталары билдәләнде. Ижади конкурста Республикабыҙ данын был юлы ике театр студияһы яҡланы.
Салауат ҡалаһының «Арлекин» студияһы «Иң яҡшы балалар спектакле» номинацияһында 2-се урын яуланы. Ә Башҡорт дүәләт университетының «Осҡон» студияһы «Иң яҡшы йәштәр спектакле» номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды. Уларға 150 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар бирелде.
Рәмзиә Кәримова




