Экологик мәҙәниәт нигеҙҙәре кесе йәштән

Нефтекама уҡыусыларына сүп-сарҙы сортировкалау һәм икенсел эшкәртеү мәсьәләһенә арналған экодәрес ойошторолдо. Эшлекле уйын форматында ойошторолған белем биреү сараһында үҫмерҙәр тәбиғәтте һаҡлау һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып ташлау мөһимлеге тураһында белде.

Ҡаланың 4 уҡыу йортонда пластик һәм алюминий шешәләрҙы ҡабул итеүсе фандоматтар ҡуйылған. Тапшырған ҡаты ҡалдыҡтар өсөн уҡыусыларға экобалдар күсерелә. Был инде айырым онлайн кинотеатрҙарҙа, интернет-кибеттәрҙә ташлама менән тауарҙар һатыу алыу мөмкинлеге бирә.

Фото №1 - Экологик мәҙәниәт нигеҙҙәре кесе йәштән

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ