Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ ауылға ғына эшкә урынлашырға тейеш түгел. Бәләкәй ҡалалар һәм ҡала рәүешендәге ҡасабаларға барыусы йәш белгестәргә лә ярҙам күрһәтелә. Табиптарға 1 миллион һум бирелә. Фельдшер, акушер, шәфҡәт туташтарына 500 мең һум түләнә. Төпкөл ауылдарға барыусыларға дәүләт ярҙамы 50 процентҡа ҙур була.







