Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө. Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте

 “Республикала “Атайсал” проекты буйынса 5 мең ярым эш башҡарылған. Бының өсөн меценаттар 570 миллион һум аҡса бүлгән”. Был турала бөгөн “Яҡташлыҡ көсө” форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө. Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте

“Минең илһамым шишмәһе тыуған еремдә”. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың был юлдары беҙҙең турала. Тыуған ер беҙгә эшләр өсөн көс һәм илһам бирә”, - тине Радий Хәбиров. Ул “Атайсал” проектына әүҙем ҡушылған замандаштарыбыҙҙы исемләп атаны.

Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө. Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте

“Украинала барған махсус операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итергә кәрәк”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: 

Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө. Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, “Атайсал” проекты шәхси башланғыстан барлыҡҡа килгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин Саҡмағош районында Аблай һәм Күсәкәй ауылдары араһындағы юлды төҙөкләндергән. Уның миҫалы башҡаларға ла өлгө булған. Фекер алышҡандан һуң, “Атайсал” проектына нигеҙ һалынған. Бөгөн ул тыуған яғы өсөн изге эштәр башҡарырға теләүселәрҙе берләштергән ҙур хәрәкәткә әйләнде. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылған, шишмәләр төҙөкләндерелгән, мәсет һәм сиркәүҙәр һалынған, ауыл һәм ҡала китапханаларына 3 меңдән ашыу китап тапшырылған, бик күп саралар ойошторолған. 

Форум барышында Радий Хәбиров бүләктәр тапшырҙы. Украиналағы ситуацияны көйләү буйынса бәйләнеш төркөмө вәкиле Азамат Ҡолмөхәмәтов, иҡтисадсы, тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса Альянс генераль директоры Андрей Шаронов, билдәле скульптор Салауат Щербаков һәм танылған журналист Владислав Флярковскийға “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены бирелде. Улар барыһы ла Башҡортостанда тыуып үҫкән шәхестәр. “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусылар һәм меценаттар дипломдар менән бүләкләнде.

Фото №1 - Яҡташлыҡ көсө – традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм Тыуған ил көсө. Өфөлә "Яҡташлыҡ көсө" форумы үтте
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ