Радий Хәбиров ашығыс ярҙам хеҙмәте көнө уңайынан үҙәк район дауаханаларына махсус медицина автомобилдәре тапшырҙы.
Алдан шул уҡ «Лада Ларгус» булһа ла, артҡы яғы танығыһыҙ булып үҙгәртелгән. Былай ҙа универсал автомобилдең мөмкинлектәре тағы ла киңәйтелгән. Хатта тура мәғәнәһендә лә. Кузов 35 сантиметрға оҙонайтылып түбәһе лә күпкә бейегәйтелгән. Үҙгәртелгән фургонға инвалид коляскаһы шул килеш инеп ултыра.
Яңы медицина машиналарында персонал өсөн дә уңайлыраҡ. Һәр хәлдә «Газель» йәки буханкаларҙа йөрөү түгел, ти табиптар.
Автомобилдәр беренсел һаулыҡ һаҡлау сифатын яңы кимәлгә күтәрә. Бигерәк тә ауылдары алыҫ урынлашҡан райондарға тәгәрмәс өҫтөндәге медицина булыуы эште күпкә еңеләйтә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тап ошондай класлы автомашиналарға ихтыяж ҙур ҡала.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, райондарҙың медицина учреждениеларын техника менән тәьмин итеү эше 25 йылға тиклем дауам итәсәк. Тимәк, иҫке, уңайһыҙ буханкаға ултырып дауа алыу урынына киреһенсә имгәнеп сығыу дәүере тарихта ҡаласаҡ.
Айнур Кәбиров







