Дәүләт автоинспекторҙарының туҡтарға тигән сигналын водитель инҡар итеп, эҙәрлекләүҙән ҡасып ҡотолорға маташҡан. Юғары тиҙлектә хәүефле маневр яһаусы хоҡуҡ һаҡсылары уның юлын ҡамағас ҡына туҡтарға мәжбүр була.
Салонда водителдең ҡатыны һәи ике балаһы булған. Алкотестер ирҙең спиртлы эсемлек ҡулланыуын асыҡлай, өҫтәүенә автостраховкаһы ла булмай.
Гүзәл Борханова




