Өфөнөң Жуков урамындағы 36 һәм Паром урамының 2-се йорт адресына тиклем Ҡариҙел йылғаһы яры сүп-сарҙан таҙартылды.
Иллеләгән ирекмәнде берләштергән өмә «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Экологик акция етенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Экологик өмәлә тирә-яҡ мөхит таҙалығына битараф булмаусы граждандар ҡатнашты.
29 апрелдә Ҡариҙел йылғаһының 5 саҡрым яр буйы пластмасса, быяла ҡалдыҡтарынан таҙартылды. «Рәсәй һыуы» тирә-яҡ мөхитте таҙартыу акцияһында ҡатнашыусыларҙы бирсәткәләр, сүп тултырыр өсөн тоҡтар, тырма-көрәктәр менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәьмин итте.
Гүзәл Борханова







