Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы башҡорттарының сираттағы йыйыны уҙҙы

Төбәктә йәшәүсе ырыуҙаштарҙы бергә йыйған ҡор ҙур туғандар байрамына әйләнде. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Юрматы ырыуы башҡорттарының йыйыны ырыу башлығы Тәтегәс бейҙе иҫкә алып, стелаға сәскә һалыуҙан башланды. Юрматы ырыуына ҡараған район вәкилдәрен йыйған ҡор тарихҡа байҡау яһап, киләсәккә маҡсаттар ҡуйҙы.

Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Милли биҙәүестәр, аçалы балаçтар, Стәрлебаш шәлдәре күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙы төбәктең боронғо кәсепселек төрҙәре менән таныштырҙы. Ошонда уҡ Юрматы ырыуының шәжәрәһе тәқдим ителде.

«Тамыр» телеканалы «Нурбостан» проекты майҙансығынан да халыҡ өҙөлмәне. Стәрлебаш районының 1-се мәктәбенә уҡыусылар күрше ауылдарҙан да килгәйне Уларҙы Нурбостан анимацион сериалы менән таныштырып, Юрматы зирәге билдәләнде. Шулай уҡ ғаиләләр өсөн фотосессия ойошторолдо.

Юрматы йыйыны яңы форматта үтеүе менән үҙенсәлекле булды. Ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәге ижади майҙансыҡтарҙы, түңәрәк өҫтәл артындағы фекер алышыуҙарҙы, оçталыҡ дәрестәре күпкә файҙалы булыуын билдәләне. Йыйын Юрматы ырыуы гимны менән тамамланды, милли көрәш буйынса «Юрматы батыры» билдәләнде һәм резолюцияһы ҡабул ителде.

Фото №1 - Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы башҡорттарының сираттағы йыйыны уҙҙы

Гөлгөнә Баһауетдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ