Гранттар үҫеш өсөн мөмкинлектәр аса

Благовещен ҡалаһының 9 проекты Президент гранттары фонды еңеүселәре тип билдәләнгән. Маҡсат музейҙы модернизациялау, экологик өмәләр үткәреү һәм яңы арт-объекттар урынлаштырыу. Дәүләт ярҙамында урындағы халыҡ тыуған ҡалаһын төҙөкләндерә. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Был залдың төп экспонаты - кешеләр. Яраланған һалдат, генерал, шәфҡәт туташы. Благовещен ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәләр залында уҡ театрлаштырылған тамаша әҙерләй. Быларҙың барыһы ла һуғыш йылдарын ентекле итеп күрһәтеү өсөн ойошторола.

Беҙ бит әйткән һүҙҙәрҙе түгел, ә кисергән тойғоларҙы иҫтә ҡалдырабыҙ. Фото, йәки быяла аҫтында ятҡан экспонаттарҙы ҡарағанға күрә, театрлаштырылған тамашаны күргәндән һуң тыуған хис-тойғоларҙы кешеләр мәңге хәтерендә ҡалдырасаҡ.

Людмила Путилова, Благовещен районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры

Бындай модернизация грант ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Яңыраҡ музейҙа оҫтахана ла асыла, унда ҡул эштәре өсөн кәрәк-яраҡлы ҡоролмалар һатып алына. Шуға күрә музей хеҙмәткәрҙәре тамашалар өсөн үҙҙәре костюмдар әҙерләй аласаҡ.

Әле икенсе грант яҙыу идеяһы ла бар. Уныһы ағас эшенә бәйле буласаҡ. Шулай итеп, оҫтахананы киңәйтергә уйлайбыҙ.

Людмила Путилова, Благовещен районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры

Гранттар конкурсында музей хеҙмәткәрҙәре генә ҡатнашып ҡалмай. Урындағы халыҡ кешеләр күпләп ял иткән биләмәләрҙе дәүләт ярҙамында төҙөкләндереү менән мәшғүл. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығын урындағы колледж студенттары тәртипкә килтерә. Грант аҡсаһына төҙөлөш материалдары һатып алына, эскәмйә, арт-объекттар ҡуйыла, сәскәләр ултыртыла.

Республика, ил кимәлендә эшләп килгән гранттар конкурсында ҡатнашып барырға тырышабыҙ. Бынан тыш, үҙебеҙҙә лә ҙур предприятиелар бар. “Берләштерелгән металлургия компанияһы”, “Сибур” һәм “Полиэф” тарафынан да төрлө конкурстар үткәрелеп тора. Улар коммерция булмаған ойошмаларға, ирекмәндәргә һәм яңы эшҡыуарлыҡ юлын башлап тороусыларға ярҙам күрһәтә.

Олег Голов, Благовещен районы хакимиәте башлығы
Выборы 2026

Йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға булышлыҡ итеү һәм экологик өмәләр ойоштороу. Был проекттарҙың барыһы ла дәүләт һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында тормошҡа ашырыла.

“Яҡшы эштәр формулаһы” программаһы тураһында белгәс ҡатнашып ҡарарға булдым. “Икенсе планета” исемле проект яҙҙым. Уның төп маҡсаты йылға буйҙарын, йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыу. Әлеге көнгә ете тапҡыр ошондай өмәләргә сыҡтыҡ.

Галина Соловейкина, Благовещен районының «Орлёнок» балалар- үҫмерҙәр клубы мөдире

Благовещен районы халҡы “Яҡшы эштәр формулаһы” конкурсына киләһе йыл да заявка бирә ала. Иң мөһиме - ҡурҡмаҫҡа һәм йәшәгән урындарҙы төҙөкләндереү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр менән ҡулланып ҡалырға, тип ҡеүәтләй ойоштороусылар.

Фото №1 - Гранттар үҫеш өсөн мөмкинлектәр аса

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ