Бөгөнгә тиклем төбәктә йәмғеһе 373 эш башҡарылған. Улар араһында йылдар дауамында Кесе Ватанын ҡайғыртып йәшәгән йүнселдәр ҙә бар. Үҫемлекселек тармағында махсуслашҡан эшҡыуар Ҡыйғы районы үҙәгендә сираттағы мәрхәмәтлек эшен башҡарҙы. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ағас ултыртыуҙың да үҙ тәртибе. Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә ят булғаны айырыуса айырым иғтибар талап итә. Тиҫтәләрсә йыл үҫемлекселек тармағында махсуслашҡан эшҡыуар Альбина Ғәликәеваның Ҡыйғы районында эксперимент рәүешендә ултыртылып, унан һуң уңыш ҡаҙанғаны бик күп. Бөгөнгөһө уның сираттағы еңеүе.
Ғөмүмән, Үрге Ҡыйғы ауылындағы ландшафт дизайн тап Альбина Ғәликәева тырышлығында эшләнгән. Йүнсел йыл һайын район үҙәген йәшелләндереүҙә ҡатнаша. Ағастар, сәскәләр ултырта.
Скарлетт алмағасы өсөн үҙәк майҙан осраҡлы һайланмаған. Ағастар былтыр сентябрҙә сафҡа ингән аллеяның бер биҙәге булыр тип көтөлә.
Проект үҙе ике этаптан тора. Аллеяның район мәҙәниәт йортонан тағы ла бер-нисә метрға тиклем һуҙыу ҡаралған. Дөйөм майҙан күләме бер саҡрым самаһын тәшкил итер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин







